12:45 (UTC+5), 31 Января 2019

Асҡар Абдразаҡов башҡортса дөрөҫ яҙыу конкурсын уҙғарырға тәҡдим итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Асҡар Абдразаҡов «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектының Йәмәғәт советына инде. «Берҙәм Рәсәй» партияһы проектының 2019 йылдағы тәүге киңәйтелгән ултырышында опера йырсыһы тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.
«Рәсәйҙә дөрөҫ яҙыу акцияһы ойошторолғайны. Беҙҙә лә башҡорт халҡы араһында ошо теманы тергеҙергә һәм дауам итергә кәрәк тип иҫәпләйем. Әйҙәгеҙ, башҡортса дөрөҫ яҙыу конкурсын үткәрәйек. Уны татар, рус, мордва һәм республикабыҙҙа йәшәгән башҡа халыҡтарҙың телдәренә нигеҙләнеп уҙғарырға мөмкин. Шул рәүешле беҙ йәш быуындың белемлелеген арттыра башларбыҙ. Был бәләкәй ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы бик ҡыҙыҡһындырыр ине», — тине артист.
Шулай уҡ Асҡар Абдразаҡов хакимиәт башлыҡтарына балаларҙы театрға йәлеп итеү темаһын асырға тәҡдим итте.
«Баланы спектаклгә алып барырҙан алда, уны театр буйлап йөрөтөргә, костюмдарҙы, декорацияларҙы күрһәтергә, ошо театрҙың тарихы, сәхнәлә кемдәрҙең сығыш яһауы хаҡында һөйләргә кәрәк. Был бик мөһим. Йәш тамашасыларҙы шулай тәрбиәләргә мөмкин», — тип билдәләне йырсы.
«Кесе Ватан мәҙәниәте» проектының Йәмәғәт советына билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре инә. Советты Башҡортостандың халыҡ артисы, республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы комитеты рәйесе Александр Кузьменко етәкләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика