09:00 (UTC+5), 30 Января 2019

Башҡорт ҡурсаҡ театры төҙөкләндереүгә әҙерләнә

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры төҙөкләндереүгә әҙерләнә. Театр директоры Альберт Имаметдинов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышында уҙған «Башҡортостан Республикаһында театр эшмәкәрлеген ҡануни яҡтан көйләү проблемалары тураһында» түңәрәк өҫтәлендә ошо турала белдерҙе.
«Быйыл театр 2019-2024 йылдарҙа «Мәҙәниәт» милли проектына инеү өсөн документтар йыя һәм архитектура проектын әҙерләй», — тип хәбәр итте театр етәксеһе.
Уның һүҙҙәренсә, кесе зал, театр кафеһы, ҡурсаҡтар музейы һәм интерактив балалар студияһы менән төкәтмә төҙөү күҙаллана. Төҙөлөш эштәре барышында театр янындағы биләмәне лә матурлау ҡаралған.
1976 йылда һалынған Өфө ҡурсаҡ театры физик яҡтан да, мораль яҡтан да иҫкергән. Дүрт тиҫтә йылдан ашыу инде бинаға бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эшләнмәгән, йыһаздар 80 процентҡа иҫкергән.
Шуға ҡарамаҫтан, театр тамашасыларҙы сағыу һәм заманса спектаклдәр менән ҡыуандыра. Башҡортостандың халыҡ шағирының бер быуатлыҡ юбилейына әҙерләнгән «Мостай Кәрим. Яҡындағы офоҡ» тигән яңы спектакль — быға дәлил. Проект «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Театрҙар — балаларға» программаһы булышлығында тормошҡа ашырылды, ярҙамдың суммаһы 4 миллион һум самаһы тәшкил итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика