07:29 (UTC+5), 28 Ғинуар 2019

Республикала «Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо» хәйриә проекты башлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республиканың 100 йыллыҡ юбилейы йылында Башҡортостанда «Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо» тигән яңы хәйриә проекты башлана. Проект картаһындағы беренсе ҡала – Благовещен. 30 ғинуарҙа Благовещен сәнғәт мәктәбендә һәм Үҙәк район дауаханаһында тәүге концерттар уҙа.
Проектты ойоштороусы – Владимир Спиваковтың Башҡортостан Республикаһында йәштәрҙең һәләтен һәм һөнәри оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итеү хәйриә фонды.
«Проекттың идеяһы шундай: йыл буйына йәш музыканттар республика балалар йорттарында һәм дауаханаларында, мәҙәниәт һарайҙарында һәм концерт залдарында сығыш яһай, ә билдәле педагогтар оҫталыҡ дәрестәрен бирә, – ти фонд директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин. – Беҙҙең проект ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға, инвалидтарға, етемдәргә, шулай уҡ музыка һәм художестволы сәнғәт менән шөғөлләнгән балаларға ярҙам ҡулы һуҙыуға, республика ҡала-райондарында ижад өсөн уңайлы мөхит булдырыуға йүнәлтелгән».
Благовещендағы концерттарҙа туғыҙ һәләтле бала һәм дүрт уҡытыусы ҡатнаша. Балалар республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстары лауреаттары исеменә лайыҡ. Улар – Урта махсус музыка колледжы, Өфө балалар сәнғәт мәктәбе һәм Өфө сәнғәт училищеһы уҡыусылары. Виолончелдә уйнаусылар Нелли Петровская һәм Яна Штин, пианистка Анна Вәлиева, скрипкасылар Карина Ғилманова һәм Валерия Самыкина, флейтасы Александр Зайцев, вокалистар Лилиә Гәрәева һәм Иштуған Сәйетҡолов, думбырасы Самира Заһиҙуллина. Уларҙың өсәүһе – Спиваков фонды стипендиаттары.
Балалар Й. Гайдн, Ф.Э. Бах, Н. Паганини, А. Гурилев, П. Чайковский, Э. Шнайдер, Д. Шостакович, А. Бабаджанян, Р. Хәсәнов әҫәрҙәрен уйнай.
Февралдә концерттар һәм оҫталыҡ дәрестәре Бөрө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай ҡалаларында уҙа. Бер йылда проектта ҡатнашыусылар Башҡортостандың 20-нән ашыу ҡала-районында, шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Магнитогорск һәм Татарстан Республикаһының Әлмәт ҡалаларында сығыш яһарға йыйына. Проект Өфөлә сағыу гала-концерт менән тамамлана.
Барлыҡ сараларҙа ҡатнашыу һәм уларҙы ҡарау бушлай. «Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо» Рәсәй Президенты грантына тормошҡа ашырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика