04:23 (UTC+5), 23 Января 2019

Башҡортостанда телдәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн башлыҡ гранттарын алыуға ғаризалар ҡабул ителә

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда республиканың дәүләт һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы гранттарын алыуға ғаризалар ҡабул ителә.
2019 йылға грант ярҙамының дөйөм суммаһы 74 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Гранттарға мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм төбәктәге халыҡтарҙың телдәрен, шулай уҡ республиканан ситтә башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү йәһәтенән эшмәкәрлек алып барған дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелар, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар дәғүә итә ала.
Гранттар биреү тәртибе, ғаризаның формаһы һәм конкурста ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар исемлеге — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы сайтында. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты — 2019 йыл.
Ғаризалар 2019 йылдың 31 ғинуарынаса иртәнге сәғәт 10-дан 5-кә тиклем Мәҙәниәт министрлығының этномәҙәни үҫеш һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлегендә ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18, 12-се бүлмә. Бәйләнеш телефоны — 8 (347) 280-87-95, 8 (347) 280-87-85. Шылтыратыуҙар иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға ҡәҙәр ҡабул ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика