10:38 (UTC+5), 22 Января 2019

Республикала «Ер һүҙе» халыҡ-ара кинофорумына ғаризалар ҡабул ителә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда беренсе «Ер һүҙе» халыҡ-ара кинофорумына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Кинофорумдың төп саралары 12-14 апрелдә Өфөлә уҙа. Тәүге, ситтән тороп ҡатнашыу туры 21 ғинуарҙан 4 февралгә тиклем бара. Ошо хаҡта тулыраҡ «Башинформ» агентлығында ойоштороусылар һөйләне.
«Мин кинематографты һәр саҡ үҙмаҡсат итеп түгел, ә ҡорал итеп ҡарайым. Шуға беҙ һәр социаль әүҙем кешегә ошо мәсьәлә хаҡында һөйләргә һәм экран аша хәл итеү юлын күрһәтергә, йәмғиәт менән бүлешергә мөмкинлек биргән проект тәҡдим иттек, – тип һөйләне «Ер һүҙе» кинофорумы президенты Булат Йосопов. — Бәлки, ниндәйҙер идеялар етди ғилми тикшеренеү предметына әүерелер. Беҙҙең кинофорум иң яҡшы режиссер һәм оператор эше бәйгеһе түгел, ә аралашыу һәм идеялар менән бүлешеү майҙансығы булыуын теләр инем».
Кинофорум саралары ижади һәм фәнни секцияларҙың эшен үҙ эсенә ала. Кинофорумдың ижади өлөшөндә — республика халыҡтары телдәрендә төшөрөлгән фильмдар күрһәтеү. Улар араһында Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең ижади коллективтары тәҡдим иткән кинофильмдар/роликтар/клиптар, шулай уҡ асыҡ республика конкурсын уҙғарыу барышында республикала йәшәүселәр төшөргән 15 фильм/ролик/клип бар.
«Кинофорум тикшереүенең төп темалары — кеше шәхесендә тел, ғаиләлә, социаль төркөмдәрҙә тел мәҙәниәтте һәм милли берҙәмлекте һаҡлау нигеҙе булараҡ тел», — тип хәбәр итте кинофорумдың программа директоры Зөһрә Бураҡаева.
Кинофорумдың фәнни өлөшө күренекле фән эшмәкәрҙәре — лингвистар, социологтар, психологтарҙың сығыштарынан тора.
Проект республиканың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Кинофорумды ойоштороусылар һәм яуаплы башҡарыусылар: «Арҡаҙаш» фәнде һәм мәҙәниәтте үҫтереү төбәк йәмәғәт фонды һәм Булат Йосоповтың кино мәктәбе. Кинофорум Өфө дәүләт нефть техник университетында уҙғарыла.
Тулыраҡ мәғлүмәт - slovo-zemli.ru сайтында.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика