11:31 (UTC+5), 22 Января 2019

Өфөлә рәссамдар Башҡортостандың 100 йыллығына арналған картиналары менән таныштырҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә, Дәүләт Йыйылышында, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған художестволы эштәр күргәҙмәһе асылды. Сарала республика парламенты депутаттары, эштәр авторҙары, Мәҙәниәт министрлығы, художестволы йәмәғәтселек, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Парламентта ошондай саралар уҙғарыу изге йолаға әүерелде, тип билдәләне Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
«Күргәҙмәгә ҡуйылған картиналар башҡарыу техникаһы яғынан да, тематикаһы яғынан да төрлө. Уларҙы төрлө ваҡытта төрлө авторҙар төшөргән, – тине Константин Толкачев. – Шул уҡ ваҡытта уларҙы Башҡортостандың танылыу яулаған урындары менән бәйләнеш, республикала йәшәгән халыҡтарҙың холоҡ-фиғеле, төбәгебеҙ өсөн төп мотивтар һәм образдар берләштерә. Картиналарҙың авторы – тыуған төйәгенән тыш, сит илдәрҙә лә киң билдәле республикабыҙ рәссамдары».
Күргәҙмә киң йәмәғәтселекте, тәү сиратта Башҡортостан халҡын күренекле яҡташтарыбыҙ ижады менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин әйтеүенсә, Башҡортостандың күп кенә рәссамдары сит илдә бик популяр, ә тыуған төйәгендә бөтөнләй билдәһеҙ тиһәң дә була, шуға проект әлеге хәлде төҙәтеүгә йүнәлтелгән дә инде.
«Проекттың маҡсаты – төбәктең ижади ҡеүәте, ошонда йәшәгән һәм республиканың художестволы образын тыуҙырған мәшһүр рәссамдар тураһында мөмкин тиклем күберәк халыҡҡа еткереү», – тине Раил Әсәҙуллин.
Күргәҙмәне асыуҙан һуң рәссамдарҙың һәм «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты инициаторы Наил Мәхмүтовтың Константин Толкачев һәм республика парламенты депутатары менән осрашыуы уҙҙы. Унда Башҡортостанда һынлы сәнғәтте үҫтереү мөмкинлектәре, республика рәссамдарының ижадын популярлаштырыу, күргәҙмәләр ойоштороу, йәш һәләттәргә ярҙам күрһәтеү тикшерелде. Республиканың 100 йыллығына арналған күргәҙмәгә ҡуйылған иң яҡшы эштәр авторҙарына Дәүләт Йыйылышы рәйесенең рәхмәт хаттары һәм Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының почет грамоталары тапшырылды, тип хәбәр иттеләр республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика