07:43 (UTC+5), 18 Января 2019

«Голос. Перезагрузка» шоуы финалсыһы Рушана Вәлиева «Керәшен һыуыҡтары» фестивалендә сығыш яһай

Беренсе канал
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Голос. Перезагрузка» шоуы финалсыһы Рушана Вәлиева «Керәшен һыуыҡтары» фестивалендә сығыш яһай. Ул йырлауҙан тыш, конкурста ҡатнашыусылар менән ижади осрашыу ҙа үткәрә. Унда проект тураһында тәьҫораттары менән бүлешергә, телепроектта ҡатнашҡан ваҡытта ниндәй ауырлыҡтарға осрауы хаҡында һөйләргә уйлай, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәҙәниәт министрлығында.
«Керәшен һыуыҡтары» төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы 24-26 ғинуарҙа Бөрө ҡала мәҙәниәт һарайында уҙа. Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Бөрө районы хакимиәте. Конкурс программаһында солистар һәм коллективтар, бейеү һәм вокаль-инструменталь ансамблдәр ҡатнаша.
Фестиваль көндәрендә ҡатнашыусыларҙы бай программа: конкурс ҡарауҙары, эстрада һәм джаз йыры, эстрада һәм хәҙерге хореография, халыҡ уйын ҡоралдарын хәҙерге музыкала ҡулланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәл һәм экскурсия көтә. Һуңынан ике гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы була.
23 ғинуарға тиклем конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (347) 289-66-96, 8-905-355-44-20.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика