17:02 (UTC+5), 17 Января 2019

Радий Хәбиров танылған йырсы Илһам Шакировтың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күренекле йырсы, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Илһам Шакировтың туғандары, яҡындары һәм коллегаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
Ғ.Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы исеменә ебәрелгән телеграммала былай тиелә:
«Башҡортостан халҡы һәм үҙемдең исемдән мәшһүр йырсы, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Илһам Ғилметдин улы Шакировтың вафатына бәйле ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам.
Халыҡтың яратҡан йырсыһы милли йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Уның лирик йырҙарын күп йылдар буйына һәр татар һәм башҡорт ғаиләһендә яратып тыңланылар.
Илһам Шакиров республикабыҙҙың дуҫы булды, Башҡортостан мәҙәниәтендә сағыу эҙ ҡалдырҙы. Ул башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡарҙы, күп кенә башҡорт эстрадаһы йырсылары уның репертуарындағы йырҙарҙы йырланы.
Илһам Шакиров тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика