09:00 (UTC+5), 17 Января 2019

«Евразия йөрәге» фестивале: Өфөлә Юрий Шевчук, Асҡар Абдразаҡов, Земфира һәм Алһыу сығыш яһай

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә билдәле яҡташтарыбыҙ — Юрий Шевчук, Асҡар Абдразаҡов, Земфира, шулай уҡ Алһыу сығыш яһай. Йондоҙҙар алдан ризалығын бирҙе, тип хәбәр итте ойоштороусылар, даталар буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. «Голос» проекты финалсыһы Рушана Вәлиева ла өфөләргә йырларға вәғәҙәләне.
Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең өлгөлө-күрһәтмә симфоник оркестры (унда тағы бер яҡташыбыҙ — подполковник Азат Шаһмөхәмәтов эшләй), Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина етәкселегендәге «Рәсәй йырҙары» Бөтөн Рәсәй фестиваль-марафонын ойоштороусылар менән һөйләшеүҙәр алып барыла.
12-15 июндә Өфөлә, Конгресс-холл янындағы Амфитеатрҙа, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙа. Йола буйынса, уның барышында Милли симфоник һәм Йәштәр симфоник оркестрҙары ҡатнашлығында Симфоник төн, фольклор төркөмдәре менән Этнотөн, Милли кейемдәр парадын уҙғарыу күҙаллана. Көндәрҙең береһендә республиканың 100 йыллығына бағышланған концерт була. Һәр көндөң форматы һәм йөкмәткеһе өҫтөндә эш бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика