07:34 (UTC+5), 16 Января 2019

«Мостай уҡыуҙары» ҡатнашырға саҡыра

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Мостай уҡыуҙары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын ойоштороусылар ҡатнашырға саҡыра. Конференция 3-4 октябрҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала уҙа. Сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған.
«Дәүерҙең тарихи-мәҙәни һәм ижтимағи-сәйәси контексында Мостай Кәримдең шәхесе, яҙмышы һәм ижады», «Мостай Кәримдең әҫәрҙәрендә донъяның художестволы һәм тел картинаһы», «Полилингваль донъяла Мостай Кәримдең ижады: художестволы тәржемә сәнғәте», «Белем биреү киңлегендә Мостай Кәрим: мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда яҙыусының ижадын өйрәнеү традициялары һәм тәжрибәһе», «Мостай Кәримдең мираҫын популярлаштырыу һәм һаҡлау мәсьәләләре» секцияларының эше ойошторола.
Конференцияны ойоштороусылар: Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы, А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостандың Фәндәр академияһы, Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф министрлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика