09:26 (UTC+5), 14 Ғинуар 2019

Башҡортостанда «Туғанлыҡ-2019» фестивале программаһын иғлан итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 23-30 майҙа Өфөлә VII«Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале ойошторола. Афишала — Башҡортостандан, Татарстандан, Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Тыванан, Ҡырымдан, Хакасиянан, Төркиәнән, Үзбәкстандан, Алтайҙан һәм Ғағаузиянан 13 спектакль.
Фестивалдең прогррамма директоры Айһылыу Сәғитова «Башинформ» агентлығына фестиваль афишаһы тураһында һөйләне. Фестивалдә быйыл алты номинацияла «Алтын битлек» премияһына тәҡдим ителгән ике спектакль күрһәтелә: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов ҡуйған «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Гүзәл Яхина) һәм Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының «Тормошмо был?..» (Ғаяз Исхаҡи), режиссеры — Айҙар Заббаров.
Программала киң билдәле яҡут режиссеры Сергей Потаповтың ике спектакле — Уильям Шекспирҙың «Тиҫкәрене ауыҙлыҡлау» (Үзбәкстандың «DIYDOR» театр-студияһы) һәм алтай классигы Павел Кучияктың «Чейнеш» пьесаһы ( Алтайҙың П. В. Кучияк исемендәге Милли драма театры).
Ҡаҙағстандың Шәхмәт Хөсәйенов исемендәге музыкаль-драма театры Уильям Шекспирҙың «Ромео&Джульетта» трагедияһын күрһәтә. Режиссеры — Динә Жомабаева.
Фестивалдең үҙенсәлекле бите — Владимир Панковтың М.Лермонтовтың «Иблис» һәм «Беҙҙең заман геройы» әҫәрҙәре буйынса «Иблис» этник саундрамаһы (Ҡырғыҙстан театрҙары берләшмәһе).
«Туғанлыҡ» фестивалендә булмаған икенсе формат — хәҙерге ҡасаҡтар тураһында Исмаил Амандың «Лимбо» спектакле. dOM бойондороҡһоҙ театрының (Азербайжан), режиссеры — Тарлан Рәсүлев.
Төркиә Назим Хикмәттең хаттары һәм шиғырҙары буйынса «Пирайе» моноспектаклен күрһәтә.
Александр Топанов исемендәге Хакас милли драма театры Э.Хемингуэй буйынса «Ҡарт һәм диңгеҙ» фәлсәфәүи драмаһын тәҡдим итә.
Башҡортостан фестивалдә Мостай Кәрим повесы буйынса «Туғанлыҡ» спектаклен күрһәтә (Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе). Режиссеры — Антон Федоров. Билдәле булыуынса, 2019 йыл — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына, Башҡортостан Республикаһына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тула.
Бынан тыш, фестиваль барышында «Мәҙәниәттәр диалогы һәм төрки телле театр» ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙа, һуңынан конференция материалдары буйынса мәҡәләләр йыйынтығы сығарыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика