08:04 (UTC+5), 10 Января 2019

«Керәшен һыуыҡтары» фестивале республикала конкурс миҙгелен аса

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Керәшен һыуыҡтары – 2019» төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы Башҡортостанда конкурс миҙгелен аса. Йыр-моң һәм бейеү сәнғәтен һөйөүселәр байрамы йәш музыканттарҙы, йырсыларҙы, бейеүселәрҙе һәм эстрада төркөмдәрен үҙ майҙанына йыя. 24-26 ғинуарҙа Бөрө ҡала мәҙәниәт һарайында юбилейлы — 25-се фестиваль ойошторола.
Ғәҙәттәгесә, ижади бәйге эстрада ижады өлкәһендә өс айырым конкурсты үҙ эсенә ала — вокал (солистар һәм коллективтар), хореография һәм вокаль-инструменталь ансамблдәр. Ҡатнашыусыларға икешәр конкурс әҫәрен әҙерләргә кәрәк. Әгәр элек ҡатнашыусылар 16-35 йәш категорияһында сығыш яһаһа, хәҙер иһә эстрада вокаль коллективтары һәм бейеү коллективтары өсөн сиктәр киңәйтелде (14 йәштән алып), ә вокаль-инструменталь коллективтар өсөн йәш сикләүе юҡ.
Конкурсанттарҙы профессиональ жюри баһалай, улар араһында Пермь крайы, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре вәкилдәре бар. Фестиваль барышында оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу ҡаралған. Сараның финалы — ике сағыу гала-концерт.
Конкурс йәш һәләтле йырсыларҙы һәм ижади коллективтарҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү маҡсатында уҙғарыла. Ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Бөрө районы хакимиәте.
Ғаризалар kreshmorozy2019@mail.ru, gukrcnt@mail.ru электрон адресына 2019 йылдың 23 ғинуарына тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 289-66-96, 8-905-355-44-20.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика