07:38 (UTC+5), 09 Января 2019

Өфөләрҙе «Беренсе чемпион Ғабдрахман Ҡадиров» фильмының премьераһына саҡыралар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөләрҙе «Беренсе чемпион Ғабдрахман Ҡадиров» фильмының премьераһына саҡыралар. 2016 йылда «Башҡортостан» киностудияһында режиссер Радик Килмәмәтов төшөргән ҡыҫҡа метражлы фильм билдәле совет мотоуҙышсыһына арналған.
«Башҡортостандың йөҙ исеме» проекты сиктәрендәге презентация 29 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа. Кисәлә сәхнә йондоҙҙары — күренекле спортсының хәләл ефете Нәзифә Ҡадирова, уның дуҫтары, йырсылар Иҙрис Ғәзиев, Геннадий Родионов, Александр Лынник, Рәмил Бәҙәмшин сығыш яһай, уҡыусылары һәм Ғ. Ҡадиров исемендәге клуб ағзалары килә. Махсус ҡунаҡ — боҙҙа мотоуҙыш буйынса күп тапҡыр Рәсәй һәм донъя чемпионы Николай Красников.
Фойела спортсының мотоциклынан һәм уның шәхси архивындағы фотоларҙан үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторола.
Ғабдрахман Ҡадиров — СССР-ҙа берҙән-бер боҙҙа мотоуҙыш буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы, Европа чемпионы, команда ярыштарында өс тапҡыр СССР чемпионы. Ун йылдан ашыу СССР йыйылмаһы өсөн сығыш яһай, һуңынан унда өлкән тренер булып эшләй, Өфөнөң «Башҡортостан» командаһы менән күнекмәләр үткәрә. 1993 йылдан алып Өфөлә Ғабдрахман Ҡадиров иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй ярыштары уҙғарыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика