08:19 (UTC+5), 29 Декабря 2018

«Мин — Марат» спектакленең премьераһы: Башҡорт драма театры тамашасыларҙы совет заманына алып ҡайта

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн, 29 декабрҙә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының кесе залында «Мин — Марат» спектакленең премьераһы була. Драманың нигеҙендә — Урал Ғәлиевтың «Тамамланмаған повесть» һәм «Кирегә юл юҡ» әҫәрҙәре. Режиссер, инсценировка авторы һәм башҡорт теленә тәржемәләүсе — Айрат Абушахманов.
Театрҙың пиар-менеджеры Шәүрә Ғәббәсова хәбәр итеүенсә, фильм тамашасыларҙы 1980 йылдарға алып ҡайта. Телевизорҙа – Брежнев, илдә – тотороҡлолоҡ, «ғаилә – йәмғиәт нигеҙе». Төп герой Марат – ябай совет табибы, намыҫлы эшләй, төнгө дежурстволар ала, тәртипле ғаилә башлығы һәм яҡшы атай, ҡатыны – уҡытыусы. Көн һайын бер үк хәл: өй-эш, эш-өй. Барыһы ла шулай барырға тейеш һымаҡ, әммә бер көн уның күнегелгән тормошона мөхәббәт килеп инә! Ысынбарлыҡ үҙгәрә, урыны менән ул хатта иллюзияға оҡшап китә. Быларҙың ҡайһыһы ысынбарлыҡ икәне аңлашылмай: телевизор, яңылыҡтар, эш, фатир, ғаилә булған ҡәҙимге тормошмо, әллә һөйгәнең менән аҙ ғына ваҡытҡа йәшерен осрашыуҙармы? Уның ҡайһыһы әкиәт һуң?
Спектакль өсөн өфөләрҙән совет реквизитын йыйыу иғлан ителде. Кешеләр шул йылдарҙағы йыһаздар һәм көнкүреш техникаһы — телевизорҙар, магнитофондар, кер йыйыу машиналары, гәлсәр алып килде. Башҡортостандың халыҡ шағиры спекталь өсөн үҙенең «Ятрань» баҫыу машинкаһын, портфелен һәм яҙыу приборын бирҙе.
Рәссам — Альберт Нестеров, музыкаль биҙәлеш — Илшат Яхин һәм Айрат Абушахманов. Төп ролде Илсур Баимов башҡара, төп ҡатын-ҡыҙ ролдәре — Гөлназ Хайсарова һәм Лилиә Ғәлина. Шулай уҡ спектаклдә актерҙар Азат Вәлитов, Юлиә Ғәләүетдинова, Артур Ҡунаҡбаев, Гүзәл Маликова, Морат Рафиҡов, Римма Ҡаһарманова, Айнур Ситдиҡов, Гөлназ Хайсарова, Айҙар Шәмсетдинов, Алмаз Йосопов ҡатнаша.
«Мин — Марат» спектаклен тағы ла 15-26 ғинуарҙа ҡарарға мөмкин.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика