11:41 (UTC+5), 28 Декабрь 2018

Валерий Меладзе, Джефф Монсон һәм Сергей Доренко төлкө бүректәр менән бүләкләнде

Алексей Дербеко
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Валерий Меладзе, Джефф Монсон һәм Сергей Доренко төлкө бүректәр менән бүләкләнде. Улар башҡорт теле флешмобы йомғаҡтары буйынса махсус приздар менән билдәләнде. Бөгөн бүләктәр үҙҙәренең яңы хужаларына юлланды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Башҡорт теле көнөнә ҡарата флешмоб ойошторолдо. Акцияны «Башинформ» агентлығының Директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов башлап ебәрҙе. Социаль селтәргә һалынған башҡортса видеороликтар #деньбашкязыка, #яратамбашкортостанды, #башкруто хэштегтары менән билдәләнде.
Валерий Меладзе республикала йәшәүселәрҙе башҡорт телендә байрам менән ҡотлап, шатлыҡ һәм уңыштар теләне. Танылған спортсы һәм Рәсәй сәйәсмәне Джефф Монсон Виктор Цойҙың «Перемен» йырының ҡушымтаһын башҡортса йырлап күрһәтте. Журналист Сергей Доренко сараларҙың береһендә башҡортса телмәр тотто.
Бүләкләү бөгөн уҙҙы. Флешмоб еңеүселәре башҡорт милли кейемдәре — еләндәр, төлкө бүректәр һәм «Бүреләр» төркөмөнән дисктар, «Өфө» футбол клубынан сувенирҙар, башҡортса открыткалар менән бүләкләнде. Флешмоб йомғаҡтары буйынса беренсе урынды башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлназ Йосопова менән блогер Рәис Ғәбитов бүлеште.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика