07:25 (UTC+5), 28 Декабрь 2018

Өфөлә «Сулпылар» республика музыкаль телеконкурсы дуҫтарын йыйҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының иң күп һанлы һәм социаль әһәмиәтле проекты — «Сулпылар» республика музыкаль телеконкурсы үҙенең дуҫтарын йыйҙы.
Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залындағы байрам Ғаилә йылына арналды һәм «Сулпылар — бер ҙур ғаилә» тип аталды. Музыка донъяһына тәүге аҙым яһаған 12 финалсы башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары менән бер сәхнәлә сығыш яһаны.
«Беҙҙең гала-концерт өсөн махсус рәүештә йондоҙҙар яңы йырҙар яҙҙырҙы, — ти проекттың продюсеры Асия Шахмина. — Венер Камалов үҙенең ҡыҙҙары менән яңы номер әҙерләне. Илнур Рамазанов бер туғаны менән сығыш яһаны. Диджей Хан — Булат Сарбаев сәхнәгә улы менән сыҡты. «Арғымаҡ» төркөмө, Гәлсәр Байғусҡарова, Сабина Кучаева, Лилиә Дауытова һәм башҡа йондоҙҙар балалар менән сағыу, йөкмәткеле номерҙар әҙерләне. Концертты программаның даими алып барыусыһы Алмаз Таһиров һәм уның атаһы алып барҙы».
Өсөнсө урынға бер юлы өс финалсы: Артур Асҡаров (Силәбе), Сәйҙә Гәрәйшина (Өфө), Сәлим Ғөбәйҙуллин (Хәйбулла районы) лайыҡ булды. Жюри икенсе урынды Гөлдәр Аллабирҙинаға (Хәйбулла районы) һәм Илнар Ғилметдиновҡа (Илеш районы) бирҙе. Беренсе урынды Ринат Ғаззалов (Әбйәлил районы) алды, ә конкурста Искәндәр Тазетдинов (Миәкә районы) еңде.
Байрам «Сулпылар» өсөн махсус яҙылған гимн менән тамамланды.
Быйыл конкурс февраль айында башланды һәм өс этапта уҙҙы. Онлайн һайлап алыу турына 200-ҙән ашыу ғариза килде. Видеороликтарҙы иғтибар менән ҡарағандан һуң жюри 70 конкурсантты беренсе турға саҡырҙы. Уларҙың 30-ы ғына икенсе турға үтте, ә финалға бөтәһе 12 бала сыҡты.
Быйыл жюри составында М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, телевидение алып барыусыһы Венер Камалов, журналист, шағирә Гөлнара Хәлфетдинова һәм йырсы Илнур Рамазанов эшләне.
«Сулпылар» конкурсының гала-концерты 31 декабрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында көндөҙгө сәғәт 11-ҙә күрһәтелә.
1 из 11
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика