10:20 (UTC+5), 27 Декабря 2018

Яңауыл ҡалаһында йәшәүселәр өсөн заманса кинотеатр асылды

Яңауыл районы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Яңы йыл алдынан Яңауыл ҡалаһында күптән көтөлгән ваҡиға — кинотеатр асыу тантанаһы уҙҙы.
Ҡала халҡы күптән үҙ кинотеатры хаҡында хыяллана ине. Сөнки һуңғы 15 йылда, «Дуҫлыҡ» кинотеатры эшләмәй башлағас, яңауылдар ҙур экранда фильмдар ҡарай алманы. Хәҙер улар заманса йыһазландырылған яңы кинотеатры бар. Уны «Нефтсе» тип атағандар. Быларҙың барыһы ла Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларында кинотеатрҙарға булышлыҡ итеү конкурсында отҡан 5 миллион һумға яҡын федераль грант ярҙамында мөмкин булды.
Кинотеатрҙы асып, Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов барлыҡ яңауылдар исеменән әлеге проектта ҡатнашҡан кешеләргә рәхмәт белдерҙе. Йәштәр һарайына, шул иҫәптән кинозал урынлаштырыу өсөн хәйриә фонды һәм «Башнефть» компанияһы аҡсаһына капиталь ремонт яһалған, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтенән.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика