Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-4 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Декабрь 2018, 11:47

Өфөлә Матбуғат балы 2018 йылдың иң яҡшы журналистарын атаны

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт саралары байрамы — Матбуғат балы уҙҙы. Сара 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейын билдәләүгә арналды.
Бүләкләнеүселәр араһында — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналистары. «Социаль яҡлау» номинацияһында еңеүсе — хәбәрсе Галина Бахшиева. Агентлыҡ сайты «Өҙөмтә килтерелгән журналистика» номинацияһында еңеү яуланы. Агентлыҡтың баш мөхәррир урынбаҫары Алик Шакиров Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһенән почет грамотаһын, шулай уҡ Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенән рәхмәт хатын алды.
Ҡалған наградалар түбәндәгесә билдәләнде:
Йыл журналисы тип «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе Гөлнур Ҡыуатова танылды. Ул гәзит уҡыусыларға мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре тураһында очерктары, ауыл тормошон яҡтыртҡан репортаждары аша таныш. Гөлнур Ҡыуатова шиғырҙар ҙа яҙа, башҡорт эстрадаһында уның һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар байтаҡ.
«Сәйәсәт һәм йәмғиәт» номинацияһында еңеүсе – «Горобзор» сайтының баш мөхәррире Екатерина Тимиряева.
«Һаулыҡ» номинацияһында еңеүсе — «Башҡортостан» дәүләт радиокомпанияһының «Сәләмәт мөхит» тапшырыуы авторы һәм алып барыусыһы Елена Сергунина.
«Баш ҡала журналистикаһы» номинацияһында «Уфа-Ведомости» муниципаль ҡаҙна учреждениеһы билдәләнде.
«Экология» номинацияһында еңеүсе — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар студияһы хәбәрсеһе Юлиә Хәбибова.
«Йыл тикшереүе» махсус номинацияһында еңеүсе — «Проуфу» порталы һәм «Бонус» гәзите күҙәтеүсеһе Рәмил Рәхмәтов.
«Иҡтисад һәм финанс» номинацияһында еңеүсе — Юлиә Такунова, «Спутник ФМ» радиостанцияһы хәбәрсеһе.
«Сәнәғәт һәм инвестициялар» номинацияһында еңеүсе — Эдуард Живитченко, «Восход» гәзитенең яуаплы секретары.
«Спорт һәм йәштәр сәйәсәте»номинацияһында еңеүсе — «Молодежная газета» хәбәрсеһе Илмира Шәйхулова.
«Блогосфера» номинацияһында «фейсбук буйынса дежурный» Владимир Кобзев бүләкләнде.
«Сәнғәт һәм мәҙәниәт» номинацияһында еңеүсе — Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуы алып барыусыһы Наил Юнысов.
«Эксперт журналистикаһы» номинацияһында награданы «Коммерсант»тың баш мөхәррире Наталья Павлова алды.
«Ауыл хужалығы» номинацияһында еңеүсе — Айнар Байбулатов, «Сельские узоры» журналының баш мөхәррире.
«Мәғариф» номинацияһында еңеүсе — «Кызыл тан» гәзитенең уҡыусы йәштәр бүлеге мөдире Зөлфиә Фәтхетдинова.
«Тыуған төйәк» номинацияһында еңеүсе — «Әбйәлил» гәзитенең баш мөхәррире Әлфиә Хәкимова.
«Форматһыҙ журналистика» номинацияһында рәссам-карикатурист Камил Буҙыҡаев еңеүсе тип танылды.
«БЭСК» акционерҙар йәмғиәте номинацияһында еңеүсе — «Уфа-Ведомости» журналисы Алексей Фәтихов.
«Иң дәртле редакция» номинацияһында еңеүсе — «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының bash.news порталы.
Матбуғат балы быйыл 15-се тапҡыр уҙғарылды. Уны ойоштороусы булып Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Журналистар берекмәһе сығыш яһаны.
Читайте нас: