10:52 (UTC+5), 21 Декабрь 2018

Башҡортостанда балалар Рудольф Нуриевтың һүрәтен төшөргән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда балалар Рудольф Нуриевтың һүрәтен төшөргән. Бөйөк бейеүсенең образы VIII «Гәлсәр шишмәләр» зона һынлы сәнғәт конкурсында ҡатнашыусыларҙы илһамландырған. Ул Рудольф Нуриевтың ижадына бағышланды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Конкурс Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында уҙҙы. Бәйгелә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең ете белем биреү учреждениеһы ҡатнашты. Төрлө башҡарыу техникаларында һәм жанрҙарҙа 80 эш тәҡдим ителде.
Конкурстың Гран-прийына Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының 4-се курс студенты Әлфиә Таипованың «Ярһыу даһи» эше лайыҡ булды.
Эштәрҙе Учалы методик берләшмәһе рәйесе, Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы директоры Айгөл Ғимазетдинова һәм колледж уҡытыусылары составындағы жюри баһаланы. Комиссия ағзалары конкурсанттарҙың әҙерлек кимәле яҡшы булыуын, уларҙың балет һәм Рудольф Нуриев ижады темаһын ҡыҙыҡлы уҡыуын билдәләне.
Конкурс тамамланғас, уҡыу йортонда еңеүселәрҙең эштәренән күргәҙмә ойошторолдо.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика