12:34 (UTC+5), 20 Декабря 2018

Өфө Бөтә Рәсәй театр марафоны маршрутына индерелгән

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө Бөтә Рәсәй театр марафоны маршрутына индерелгән. Саралар Волга буйы федераль округы театрҙарында 20 апрелдән 6 июнгә тиклем уҙғарыла. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡытта төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале лә үткәрелә.
Бөтә Рәсәй театр марафоны 2019 йылдың 18 ғинуарында Владивостокта башлана. Марафонда ҡатнашҡан театрҙар һаны 93-тән кәм түгел, саралар һаны — 700-ләгән. Марафон ноябрҙә Калининградта тамамлана.
Театр марафоны ваҡиғалары онлайн режимында күрһәтелеп бара. Уны илебеҙҙәге 30 миллионға яҡын кеше ҡарай ала. Мәҙәниәтте, спортты һәм туризмды үҫтереү мәсьәләләре буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә мәҙәниәт министры урынбаҫары Павел Степанов ошо хаҡта хәбәр итте.
Театрҙың икенсе төбәккә сәфәре барышында уның репертуарынан иң яҡшы спектаклдәр күрһәтелә, фотокүргәҙмәләр, билдәле актерҙарҙың, режиссерҙарҙың һәм театр етәкселәренең оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Бынан тыш, Театр йылы символы тантаналы рәүештә илдең 85 төбәге буйлап күсеп йөрөргә һәм Театр марафонын асыу тантанаһында округтың билдәле театр эшмәкәрҙәренә тапшырылырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика