05:32 (UTC+5), 18 Декабрь 2018

«Йөрәк һүҙе» проектында ниндәй парҙың автомобиль отоуы билдәле булды

Лариса Сакаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Йөрәк һүҙе» шиғри бәйгеһенең финалы уҙҙы. Башҡорт телен яҡлау һәм һаҡлау маҡсатын ҡуйған үҙенсәлекле һәм сағыу проектта Гөлназ менән Руслан Хайсаровтар еңеүсе булды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының йәш популяр актерҙары Зөбәржәт Йәнбирҙинаның, Лилиә Һаҡмарҙың һәм Аҫылғужаның шиғырҙарын һөйләне. Улар «Лада — Гранта» автомобилен һатып алыу өсөн сертифат менән бүләкләнде.
Икенсе урынды аталы-ҡыҙлы Азалина менән Фәнил Бүләковтар алды, улар шағир Фәнил Бүләковтың үҙенең шиғырҙарын уҡыны. Өсөнсө урынды уҡыусыһы Эльвина Семёнова менән Ғәлиә Фәйзуллина яуланы. Тамашасылар һөйөүе призы Гөлфирә Әхмәтшина менән Гөлфиә Ғәниеваға эләкте.
Шиғри проект Башҡорт опера һәм балет театрында уҙҙы. Унда башҡорт телендә шиғыр һөйләгән дуэттар ҡатнашты. Сәхнәлә танылған шағирҙар һәм актерҙар, музыканттар һәм журналистар, шиғриәт һөйөүселәр сығыш яһаны. Ғаилә дуэттары күп ине. Финалға сыҡҡан 12 пар араһында билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре байтаҡ булды: сәсәниә Розалиә Солтангәрәева һәм уның улы, скрипкасы Илшат Мөслимов, телевидение алып барыусылары Земфира һәм Гүзәл Байбулдиналар, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, актриса Гөлбинә Сафуанова, бейеүсе Марат Яҡупов, алып барыусы Рәзилә Салауатова.
Проектты автор һәм етәксе Наилә Сәфәрғолова, рәссам Альберт Нестеров, режиссер Сулпан Асҡарова, композитор Илшат Яхин, биҙәлеш рәссамы Фәрхәд Ихсанов, видеомонтаж инженеры Әлфиә Арыҫланова әҙерләне. Жюриҙа абруйлы һүҙ сәнғәте оҫталары эшләне.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика