08:29 (UTC+5), 13 Декабрь 2018

Өфөлә Зәйнәб Биишеваның китабы буйынса «Мөхәббәт һәм нәфрәт» спектакленең премьераһы була

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Милли йәштәр театры сәхнәһендә Зәйнәб Биишеваның тағы бер әҫәре сәхнәләштерелде. 14 һәм 15 декабрҙә «Мөхәббәт һәм нәфрәт» музыкаль легендаһының премьераһы уҙа. Премьера халыҡ яҙыусыһының юбилейына һәм Театр йылын асыуға арналған. Ҡуйыусы режиссеры — Рөстәм Хәкимов.
«Тәнҡитселәр Зәйнәб Биишеваны «ысынбарлыҡты киң һүрәтләү оҫтаһы» тип атаны, уның китаптары Мәскәүҙә лә, Өфөлә лә ҙур тираж менән баҫылып сыҡты. Зәйнәб Биишеваның китаптарын яратып уҡынылар, республикабыҙ халҡының нисәмә быуыны уның әҫәрҙәрендә үҫте. Беҙ йәштәрҙе башҡорт әҙәбиәте классигының әҫәрҙәрен сәхнәгә күсереп, йәштәрҙе уның ижады менән таныштырырға теләйбеҙ», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Шәүрә Шәкүрова.
Бәләкәй генә балыҡсылар ауылында йәшәгән Юламан ҡарт наҙлы Диңгеҙгә ғашиҡ һәм берҙән-бер ейәнсәре Зөлхизәне сикһеҙ ярата. Бер көндө ауылға бер мосафир килә һәм һәүетемсә генә көн күргән ғаиләнең тынлығын боҙа. Әҫәр мөхәббәт, тоғролоҡ, хыянат, өмөтһөҙлек һәм нәфрәт кеүек көслө хистәр тураһында бәйән итә.
Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһы булышлығында федераль һәм республика субсидияларына тормошҡа ашырыла. «Мөхәббәт һәм нәфрәт» һәм «Ал елкәндәр» спектаклдәренә финанслауҙың дөйөм күләме 10,5 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.
http://www.bashinform.ru/news/1250524-v-ufe-sostoitsya-premera-spektaklya-lyubov-i-nenavist-po-knige-zaynab-biishevoy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика