10:55 (UTC+5), 11 Декабря 2018

Башҡорттарҙың Ҡурай байрамы — «Халыҡ театры» премияһы еңеүсеһе

Октябрьский ҡалаһы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Ҡурай байрамы-2017» «Халыҡ театры» премияһына дәғүә итеү конкурсы еңеүсеһе булды, жюриҙың юғары баһаһын алды һәм Рәсәйҙең иң яҡшы милли байрамдары йыйынтығына индерелде. Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамы «Иң яҡшы милли байрам» категорияһында еңеүсе тип танылды. Ойоштороусыһы — Октябрьский ҡала мәҙәниәт йорто. Концепция авторҙары һәм байрамды ҡуйыусылар: Ольга Паленова, Светлана Ибраһимова һәм Иван Фалькин, тип хәбәр иттеләр Октябрьский хакимиәтенән.
Быйыл конкурста илдең 40-ҡа яҡын төбәгенән 80-дән ашыу проект ҡатнашты. Премияға Рәсәйҙең бик күп проекттары: 2017 йылда асыҡ майҙансыҡтарҙа, стадиондарҙа һәм ҙур концерт залдарында уҙғарылған театрлаштырылған байрам тамашалары һәм концерт программалары дәғүә итте.
Белешмә. Октябрьскийҙа республика Ҡурай байрамы тәүге тапҡыр 2001 йылда үтте. Ул ЮНЕСКО-ның башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау традицияларын үҫтереү, йәштәр араһында һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау программаһы сиктәрендә ойошторолдо. Байрамдың төп идеяһы — республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтар мәҙәниәте диалогы.
http://www.bashinform.ru/news/1249509-bashkirskiy-prazdnik-kuraya-obladatel-premii-teatr-mass/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика