06:06 (UTC+5), 10 Декабрь 2018

Өфөлә Элвин Грей йәнә 8 мең тамашасылыҡ «Өфө-Арена»ны йыйҙы

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Элвин Грей йәнә 8 мең тамашасылыҡ «Өфө-Арена»ны йыйҙы. Ул күптәр яратып тыңлаған элекке һәм яңы хиттарын башҡарҙы. Башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо тамашасыларҙы сағыу шоу — заманса тауыш, видеоинсталляция һәм сәхнә биҙәлеше менән әсир итте. Концертта шулай уҡ Zainetdin этно-шоу проекты һәм актер, музыкант Стас Ярушин ҡатнашты.
Бынан тыш, артист үҙенең «Элвин Грей» лейблы менән таныштырҙы. Йырсы ошо исем аҫтында парфюмерия һәм кейем-һалым сығарырға ниәтләй. Бер нисә көн элек Ҡазанда ла ошондай ҙур концерт уҙҙы.
Өфө тамашасылары социаль селтәрҙә фотоһүрәттәре һәм тәьҫораттары менән бүлеште. «Elvin Grey проекты презентацияһын һәм 3D шоуҙы ҡарау мөмкинлеге өсөн рәхмәт! Ыңғай хис-тойғолар, беҙҙең яуланған йөрәктәр өсөн», — тип яҙҙы улар. Сергей Лазарев менән Элвин Грейҙың шоуын сағыштырып, концертҡа килеүселәр беренсе урынды беҙҙең йырсыға бирә.
Был юлы Элвин Грей Өфөлә туған мәктәбенә барҙы, ә яҡташы, ғалим Нияз Мәжитовтың хәтер кисәһендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уны миҙал менән бүләкләне.
Элвин Грей (Радик Юлъякшин) — аранжировкалаусы, композитор, саундмейкер. 2017 йылда Элвин Грей, «Өфө-Арена» залын йыйып, милли эстрада артистары араһында рекорд ҡуйҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1248629-v-ufe-elvin-grey-vnov-sobral-8-tysyachnyy-zal-ufa-arena/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика