15:44 (UTC+5), 05 Декабря 2018

Баш ҡалала «Мәҙәниәт» каналы алып барыусыһы Пьер Кристиан Броше «Рәсәй, мөхәббәтем минең» тапшырыуын төшөрә

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөгә китап нәшер итеүсе, кинопродюсер һәм телевидение алып барыусыһы Пьер Кристиан Броше килде. Республиканың баш ҡалаһында ҡунаҡ башҡорттарҙың тормошо, урындағы йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында тапшырыу әҙерләй. Башҡортостанда төшөрөлгән материал «Мәҙәниәт» каналында «Рәсәй, мөхәббәтем минең» телетапшырыуына инә.
«Броше беҙҙәге үҙенсәлекле мираҫ хаҡында тапшырыу төшөрөргә ике йыл элек тәҡдим иткәйне, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. — Был башҡорт халҡына, сармат алтынына, башҡорт эпосына һәм музыкаһына арналған 4-5 тапшырыуҙар циклы булырға тейеш. Ҡунаҡтарыбыҙ Өфө сәнғәт институтына, этнография музейына һәм башҡа объекттарға барҙы. Ҡунағыбыҙ Башҡорт драма театрында Боронғо башҡорт эпосы «Урал батыр» буйынса спектаклдең репетицияһын ҡарарға уйлай. «Мәҙәниәт» каналындағы беренсе тапшырыу Яңы йылға тиклем үк сығыр, ә ҡалғандарын 2019 йылда күрһәтерҙәр тип ышанабыҙ».
«Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев хәбәр итеүенсә, кинопродюсер «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы эше менән дә танышты, башҡорт кейеҙен әҙерләү серҙәренә төшөндө. Шаляпин исемендәге концерт залында Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Артур Ғайсаров уға ҡурайҙа уйнап күрһәтте. Һуңынан ҡунаҡ Р. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтына барҙы һәм унда музей экспонаттары менән танышты.
Француз Пьер Кристиан Броше 20 йылдан ашыу Рәсәйҙә йәшәй, «Рәсәй-Мәҙәниәт» телеканалы өсөн илебеҙҙең төп халыҡтары тормошо хаҡында тапшырыуҙар әҙерләй, Рәсәй ҡалалары белешмәләрен нәшер итә һәм хәҙерге рус сәнғәтен йыя.
http://www.bashinform.ru/news/1246721-v-ufe-vedushchiy-kanala-kultura-per-kristian-broshe-snimaet-peredachu-rossiya-lyubov-moya/
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика