04:04 (UTC+5), 04 Декабрь 2018

Татарстанда Радик Юлъяҡшинға Туҡай исемендәге премия бирергә тәҡдим иттеләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Татарстанда Радик Юлъяҡшинға татар телен һаҡлауға ҙур өлөш индергәне өсөн Туҡай исемендәге премия бирергә тәҡдим иттеләр. Был хаҡта «Татар-информ» агентлығының татар редакцияһы баш мөхәррире Рәмис Латипов белдерҙе.
Функционерҙар миллиондарса аҡсаға эшләй алмағанды Радик Юлъяҡшин ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эшләй, тигән фекерҙә ул. Йырсының концерттарынан һуң кешеләр урамда, транспортта туған телендә һөйләшергә һәм хатта йырларға оялмай.
«Кешеләр үҙ аҡсаһына билет алып, концертта «Ай, былбылым» һәм «Уфтанма» тип йырлай. Татар телен дә онотмағандар, йырҙың һүҙҙәрен дә беләләр. Ә беҙ инде татар теле бөттө, кәрәге юҡ тип йөрөй инек», — тип яҙа мәҡәлә авторы.
1 декабрҙә Радик Юлъяҡшиндың «Татнефть-Арена»лағы концертына туғыҙ меңдән ашыу кеше килде. Татар эстрадаһында тәүге тапҡыр ошондай рекорд ҡуйылды. Концертта «Элвин Грей» лейблының презентацияһы уҙҙы.
Бынан алда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин Өфөлә лә рекорд ҡуйғайны — 2017 йылда ул «Өфө-Арена»ға һигеҙ мең кешене йыйҙы. Быйылғы концерт та Өфөлә 8 декабрҙә ошо уҡ залда уҙа.
http://www.bashinform.ru/news/1245892-v-tatarstane-predlozhili-dat-radiku-yulyakshinu-premiyu-imeni-tukaya-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика