05:50 (UTC+5), 04 Декабрь 2018

Радий Хәбиров балетмейстер Хашим Мостаевтың 100 йыллығына арналған концертта булды

glavarb.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 3 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең күренекле балетмейстер, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Хашим Мостаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған концертта булды.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған концерт программаһына Хашим Мостаев ҡуйған бейеүҙәр ингән. Улар иҫәбендә – «Ирәндек», «Азамат», «Ҡумыҙ менән бейеү», «Сәскә атыусы ҡурай», «Беләҙектәр сыңы», «Француз яулығы», «Бөрйән ҡыҙҙары» һәм башҡалар.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2018 йыл ғәскәровсылар өсөн Хашим Мостаевтың юбилейы билдәһе аҫтында уҙа. «Ғүмергә торошло бейеү» программаһын республикала һәм унан ситтә лә тамашасылар яратып ҡараны. Йомғаҡлау концерттары 7 һәм 8 декабрҙә Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында була.
http://www.bashinform.ru/news/1246357-radiy-khabirov-posetil-kontsert-posvyashchyennyy-100-letiyu-baletmeystera-khashima-mustaeva/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика