Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Ноябрь 2018, 14:01

«Ҡәнифә юлы» башҡорттарҙы рухландырырға тейеш — Зиннур Сөләймәнов «Сулпан» театрының спектакле тураһында

«Сулпан» театрынан
«Сулпан» театрынан
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Сибай концерт-театр берләшмәһенең «Сулпан» балалар театрында «Ҡәнифә юлы» спектакленең премьераһы уҙҙы. Ул билдәле драматург һәм сценарист Сәрүәр Суринаның пьесаһына нигеҙләнгән.
«Спектакль өҫтөндә эшләгәндә Ҡәнифә юлы менән бәйле төрлө легендаларҙы өйрәндек. Уларҙың береһендә һөйләнелеүенсә, был бәлә, афат килгәнен белдереү өсөн сигнал уттары юлы булған. Ошо образ бөгөн башҡорттарҙы рухландырыуға йүнәлтелгән мөрәжәғәт булып яңғырай», — ти спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Зиннур Сөләймәнов.
Спектакль өҫтөндә Өфөнән ижади төркөм эшләгән. Рәссам — Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, балетмейстер — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.
«Төп героиня Ҡәнифә (Яҙгөл Ниғмәтуллина) һәм уның һеңлеһе Әлимә (Айгөл Юлмөхәмәтова), ғаилә башлығы һәм ут ҡабыҙыусы Йомаҡай (Фәһим Сөнәғәтов), Ғимран ҡарт (Борис Мәхмүтов), бойороусы ҡатындар Аҡһылыу (Альбина Байназарова), Юлтый (Фидан Шәйәхмәтов), Әбеш (Юлдаш Юлдыбаев) һәм башҡа образдар ҙур оҫталыҡ һәм ышандырырлыҡ итеп уйналды», — тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт-реклама бүлеге етәксеһе Гөлгөнә Мулләхмәтова.
«Ҡәнифә юлы» спектакле «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалаларҙың театрҙары» проекты сиктәрендә ҡуйылды. Был - театрҙың ошо проект булышлығында тормошҡа ашырылған өсөнсө спектакле.
Спектаклде ҡарарға «Башҡортостан» киностудияһының ижади төркөмө саҡырылғайны, улар бер көндә киностудия фонды өсөн «Сулпан» балалар театры актерҙары башҡарыуында «Ҡәнифә юлы» һәм «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» спектаклдәрен төшөрҙө.
Легендар «Ҡәнифә юлы» — Бөйөк ебәк юлының төньяҡ тармаҡтарының береһе. Әбйәлил районынан башланып, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары буйлап көньяҡҡа табан китә, Ырымбур өлкәһендә Орск ҡалаһы Урал (Яйыҡ) йылғаһындағы кисеүгә тиклем барып етә һәм артабан Ҡаҙағстан аша Урта Азияға барған каруан юлы менән тоташа. Көньяҡ-көнсығыш башҡорттарҙа Ҡәнифә юлы тураһында риүәйәттәр һаҡланған. Ошо легендаларҙың береһе буйынса Ҡәнифә исемле башҡорт ҡыҙы ҡаҙаҡтарҙан әсирлектән ҡасҡан.
http://www.bashinform.ru/news/1245117-put-kanify-prizvan-zazhech-serdtsa-bashkir-zinnur-suleymanov-o-spektakle-teatra-sulpan/
Читайте нас: