11:28 (UTC+5), 28 Ноября 2018

Өфөлә Зәйнәб Биишева романы буйынса спектаклдең премьераһы булды

театрҙың матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Кәмһетелгәндәр» спектакленең премьераһы уҙҙы. Нигеҙендә — 2018 йылда тыуыуына 110 йыл тулған башҡорт әҙәбиәте классигы Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһының тәүге китабы, «Кәмһетелгәндәр» романы. Был — авторҙың ошо әҫәре буйынса ҡуйылған беренсе спектакль.
Зәйнәб Биишева «Кәмһетелгәндәр» романын 1956-1959 йылдарҙа яҙған. Автобиографик әҫәрҙең үҙәгендә ― революция алдынан, революция осоронда һәм граждандар һуғышы йылдарында башҡорт ауылында йәшәүселәрҙең яҙмышы. Хәл-ваҡиғалар Емеш исемле етем ҡыҙ исеменән һүрәтләнә. Китапты рус теленә яҙыусының улы Юлай Әминев тәржемә иткән. Драматург Владимир Жеребцов оҫта итеп инсценировка яҙған.
«Роман 600 биттән тора. Инсценировка яҙыу бик ауыр булды, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына режиссер Мәсәлим Күлбаев. — Володя менән ҡайһы бер акценттарға төҙәтмәләр индерҙек, сөнки әҫәр 50-се йылдарҙа ижад ителгән».
Спектаклдә театрҙың ике труппаһы ла ҡатнаша. Рус телендәге диалогтарҙа башҡорт һүҙҙәре менән әйтемдәр, шулай уҡ Лилиә Исҡужина башҡарыуындағы халыҡ йырҙары бергә үрелеп бара.
Йәштәр театрының яңы эше сағыу актерлыҡ эштәре менән хәтерҙә ҡала. Өс бер туған Емеш, Йәнеш һәм Бибеште Зарема Сәйетмәмәтова, Элина Гусева һәм Светлана Бронникова уйнай. Иштуған Дмитрий Гусев (Илгиз Таһиров), Байгилде (Салауат Нурисламов), Сәрбиямал (Карина Йәрмиева), Хисбулла (Заһир Яруллин , Шәһит Хамматов), Тайба (Гүзәл Әйүпова, Альбина Кашанова), Сәлимә (Аида Күлбаева), Бибисара (Юлиә Ныркова) образдары өсөн ҡыҙыҡлы буяуҙар табылған.
Премьераға махсус рәүештә Мәскәүҙән яҙыусының улы Тельман Әминев, шулай уҡ Өфөлә йәшәгән ейәне Таһир Әминев килгән. Яҙыусының ғаиләһенә спектакль оҡшаған. Тельман Ғәзиз улы романды сәхнәләштергән өсөн ижади төркөмгә рәхмәт белдерҙе. Декабрҙә Йәштәр театрында Зәйнәб Биишеваның әҫәре буйынса «Мөхәббәт һәм нәфрәт» спектакле ҡуйыла.
Премьераға Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана театр фойеһында «Зәйнәб Биишеваның рухи хазиналары» күргәҙмәһен ойошторған.
http://www.bashinform.ru/news/1243848-v-ufe-molodezhnyy-teatr-predstavil-pervoe-prochtenie-klassicheskogo-romana-zaynab-biishevoy/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика