05:28 (UTC+5), 28 Ноября 2018

Өфөлә киң мәғлүмәт сараларында телдәрҙе үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә киң мәғлүмәт сараларында республиканың дәүләт телдәрен һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.
Республика гәзит-журналдары, ҡала һәм район гәзиттәре редакциялары, шулай уҡ электрон киң мәғлүмәт саралары (интернет, радио, телевидение) ҡатнаша ала. Эштәр төрлө жанрҙарҙа булырға мөмкин: республика халыҡтарының дәүләт телдәрендә мәҡәлә, репортаж, интервью, очерк.
Конкурсҡа 2018 йылдың 1 ғинуарынан 1 декабренә тиклем донъя күргән материалдар ебәрелә. Уларҙың һаны сикләнмәй. Эштәр 2018 йылдың 10 декабренә ҡәҙәр 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45-се йорт, 420-се бүлмә, баҫма киң мәғлүмәт саралары бүлеге адресы буйынса ҡабул ителә. Телефон: (347) 218-07-72.
Конкурсты ойоштороусы — республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Журналистар берекмәһе. Конкурс тураһында положение ойоштороусыларҙың рәсми сайттарында баҫылған. Бәйге «Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан Республикаһында халыҡтарҙы этномәҙәни үҫтереү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу барышында уҙғарыла.
http://www.bashinform.ru/news/1243803-v-ufe-prinimayutsya-zayavki-na-konkurs-na-luchshee-osveshchenie-v-smi-razvitiya-yazykov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика