07:31 (UTC+5), 28 Ноября 2018

Баш ҡалала «Miss International Ufa» этник гүзәллек һәм һәләт конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Булат Сәлихов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Конгресс-холл сәхнәһендә сағыу тамаша – «Miss International Ufa» этник гүзәллек һәм һәләт республика конкурсы уҙҙы. Матурлыҡ конкурсына 700-ҙән ашыу тамашасы йыйылды. Төрлө милләт ҡыҙҙары Өфөлә йәшәүселәрҙе үҙ мәҙәниәте менән таныштырҙы.
«Miss International Ufa – 2018» исемен Тажикстан вәкиле Раъно Оморҙаҡова яуланы. Беренсе вице-мисс – Грузиянан Карина Ахвледиани, ә икенсе вице-мисс тажын Башҡортостандан Нәркәс Аралбаева алды.
«Miss International Ufa» этник-ара матурлыҡ һәм һәләт конкурсы тәүге тапҡыр ойошторолдо һәм төрлө ил, Рәсәй халыҡтары вәкилдәрен бер урынға йыйҙы. Финалсылар араһында – Адыгей, Мысыр, Грузия, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Нигерия ҡыҙҙары, шулай уҡ удмурт, сыуаш, башҡорт, татар, рус милләте вәкилдәре. Һылыуҡайҙар туған телендә үҙҙәре хаҡында һөйләне, халыҡ йырҙарын йырланы һәм милли бейеүҙәрен күрһәтте. Бынан тыш, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Ә унан алда ҡыҙҙар аҙна буйына «Uraltau» отелендә финалға әҙерләнде, хореографтар, бейеүселәр һәм музыканттар менән шөғөлләнде.
Ҡатнашыусыларҙың һәр береһе үҙ милләтен лайыҡлы күрһәтте. Конкурс йыл һайын уҙғарылыр, тип ышана ойоштороусылар.
Сараны Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Мәҙәниәт министрлығы тарафынан, шулай уҡ проект авторы Земфира Рәшитованың быйыл йәй «Таврида» форумында алған грант аҡсаһына үткәрелде. Уның һүҙҙәренсә, сара тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе булған.
«Проектты уңышлы тормошҡа ашырҙыҡ, тип ышаныс менән әйтергә мөмкин. Ҡыҙҙар үҙ милләте менән сағыу һәм лайыҡлы итеп таныштырҙы, иң мөһиме, Конгресс-холда халыҡтар берҙәмлеге һәм дуҫлығы мөхите хөкөм һөрҙө. Был ваҡиға бөтә йәштәгеләр өсөн дә үҙенсәлекле майҙансыҡ, бында сағыу шоу форматында һәр кем төрлө илдәрҙең ғөрөф-ғәҙәттәре һәм мәҙәниәте менән таныша. Продюсерҙар Азалия Дилмөхәмәтоваға, Залина Мырҙағоловаға, SMM һәм PR өсөн Айзилә Мөлөковаға рәхмәтемде белдерәм», — тине Земфира Рәшитова.
http://www.bashinform.ru/news/1244095-v-ufe-konkurs-etnicheskoy-krasoty-i-talanta-miss-international-ufa-nazval-pobediteley/
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика