06:21 (UTC+5), 27 Ноябрь 2018

Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысованы юбилейы менән ҡотланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысованы юбилейы менән ҡотланы. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы яҙыусыға һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләп, бынан алда бергә эшләүҙәрен билдәләп үтте. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы, үҙ сиратында, республика етәксеһенә тыуған еребеҙ файҙаһына уңышлы эшләүен теләне.
26 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт-концерт залында «Туҡтатмағыҙ юлдарымдан…» тигән әҙәби-музыкаль кисә уҙҙы. Яҙыусы бер нисә юбилей датаһын билдәләне: 2018 йылда уның әҙәби эшмәкәрлеген башлауына — 50, журналист эшмәкәрлегенә — 45 һәм ғаилә ҡороуына 50 йыл тулды.
«Тағы ла күберәк эшләрмен, пландарым бихисап! Шиғырҙар, әлбиттә, көтмәгәндә тыуа. Үҙемдең депутатлыҡ эшмәкәрлегем хаҡында ла яҙырға кәрәк, беҙ һынылыш осоронда эшләнек. Публицистик мәҡәләләр, яҙыусылар, ижади шәхестәр, республикабыҙҙың күренекле кешеләре менән интервьюлар тупланған өс китап әҙерләнем», — тине Гөлфиә Юнысова.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: шағирәнең юбилейы уңайынан «Китап» нәшриәтендә уның 35-се шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Юбилей тантанаһы тыңлаусыларға лирик шиғырҙарын бүләк иткән шағирәнең сәхнәгә сығыуы һәм ҙур экранда ижади шәхестең күп яҡлы тормошон сағылдырған фотоһүрәттәр менән башланды.
Кисәгә шағирәнең коллегалары, дуҫтары һәм уның ижадын һөйөүселәр йыйылды. Юбилярҙы Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Дәүләт Йыйылышы депутаты Эльвира Айытҡолова, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар тәбрикләне. Ҡотлау һүҙҙәрен еткергәндәрҙең барыһы ла Гөлфиә Юнысова шиғриәтенең матурлығын һәм илһөйәрлеген билдәләне, ә үҙен нәфислек һәм стиль эталоны тип атаны.
Сәхнәнән Гөлфиә Юнысованың шиғырҙары һәм уның һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар яңғыраны. Кисәлә танылған актерҙар Хөрмәтулла Үтәшев, Руслан Хайсаров, Светлана Хәкимова, Минзәлә Хәйрулина, Азамат Ғафаров, Ирада Ҡадирова, йырсылар Вәхит Хызыров, Әлфиә Юлсурина, Альбина Имаева, республиканың ижади коллективтары ҡатнашты.
Гөлфиә Юнысова — Башҡортостандың халыҡ шағирәһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге дәүләт премиялары лауреаты.
http://www.bashinform.ru/news/1243371-radiy-khabirov-pozdravil-narodnogo-poeta-bashkortostana-gulfiyu-yunusovu-s-yubileem/
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика