13:27 (UTC+5), 27 Ноября 2018

Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы Бөйөк Британияла нәшер ителә

ӨФӨ, 2018 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы Бөйөк Британияла нәшер ителә. Башҡорт яҙыусыһының әҫәре The Taste of Forbidden Fruit — «Тән ғазабы» тигән исем аҫтында инглиз теленә тәржемәләнгән. Инглизсә баҫтырыу тәҡдимен «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтенең генераль директоры Алексей Гришанов индергән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2018 йылда Мәскәүҙәге «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтендә яҙыусының «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы рус телендә донъя күрҙе. Китап донъяның 25 иленән 300 нәшриәт ҡатнашҡан 31-се Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә үҙ урынын алды. «Юность» журналының декабрь һанында Рәсәйҙең билдәле әҙәби тәнҡитсеһе Лев Аннинскийҙың Флүр Ғәлимовтың трилогияһына рецензияһы баҫылырға тейеш.
«Башҡорт яҙыусыһы Флүр Ғәлимов Мәскәүҙәге ҙур уңышын дауам итә», — ти филология фәндәре докторы, профессор, танылған рус шағиры Александр Шуралев. Ысынлап та, әҙип быйыл рус әҙәбиәтендә ижади асыш булды: ҙур романдарының тәржемәләре илдең «Юность», «Роман-газета», «Литературная газета» баҫмаларында, шулай уҡ республикабыҙҙың «Ватандаш», «Бельские просторы», «ЛиФФТ» журналдарында баҫылып сыҡты.
«Роман-газета» журналында Флүр Ғәлимовтың «Алтын ҡанатлы Һомайғош» романы донъя күрҙе. Ошо һандың 600 данаһы заказ буйынса Германияға — университеттарға, колледждарға, китапханаларға һәм рус әҙәбиәтен һөйгән немец китап уҡыусыларына оҙатылған.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: башҡорт авторҙарының әҫәрҙәре Рәсәйҙең әҙәби журналдарында 30 йыл буйына баҫылғаны юҡ ине. Быға тиклем 1979 йылда Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» һәм 1988 йылда «Ярлыҡау» әҫәрҙәре нәшер ителде.
http://www.bashinform.ru/news/1243541-trilogiya-flyura-galimova-pokayanie-nad-propastyu-perevedena-dlya-izdaniya-v-velikobritanii/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика