10:27 (UTC+5), 27 Ноябрь 2018

«Дуҫлыҡ гөлләмәһе» фестиваленең гала-концертында иң яҡшы ижади коллективтар ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 30 ноябрҙә Өфөләге Конгресс-холда йылдың иң сағыу ваҡиғаларының береһе – VI «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» республика фестиваленең гала-концерты була. Быйылғы фестиваль 2020 йылдағы Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек маҡсатында уҙғарыла.
Ижади марафонда хор, йыр, фольклор коллективтары, бейеү ансамблдәре, сәсәндәр мәктәбе, оркестрҙар, инструменталь ансамблдәр, цирк коллективтары ҡатнаша. Бөтә сығыштар ҙа төрлө халыҡтарҙың көнкүрешен һәм сағыу милли колоритын сағылдыра.
Марафон ғинуар айында башланды. Йыл дауамында республикала «халыҡ» һәм «өлгөлө» тигән маҡтаулы исемгә эйә коллективтар сығыш яһаны. Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре 20 меңдән күберәк кеше, мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының мең художестволы үҙешмәкәрлек коллективы, һәүәҫкәр берекмәһе ҡатнашҡан 6 меңдән ашыу ижади номерҙы ҡараны.
Беренсе этап йомғаҡтары буйынса гала-концертта Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан иң яҡшы ижади коллективтар сығыш яһай.
Сара барышында халыҡ оҫталарының биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләренән күргәҙмә ойошторола. Улар араһында данлы башҡорт шәле, милли кейемдәр һәм биҙәүестәр бар.
Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре.
http://www.bashinform.ru/news/1243590-v-ufu-na-gala-kontsert-festivalya-sotsvetie-druzhby-priedut-luchshie-tvorcheskie-kollektivy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика