07:33 (UTC+5), 26 Ноября 2018

Баш ҡалала Милли йәштәр театры Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» драмаһын ҡуйҙы

«Вся Уфа» телекомпанияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» драмаһын ҡуйҙы. Премьера 27 һәм 28 ноябрҙә театрҙың Камера сәхнәһендә була.
Был ваҡиға республиканың 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 110 йыллыҡ юбилейына арнала. Сәхнә әҫәре ижади проекттар өсөн республика субсидияһына ғәмәлгә ашырылды
«Кәмһетелгәндәр» — революция алды йылдарындағы тарихи тетрәнеүҙәр ваҡытында кескәй кешенең үҫеүе хаҡында драма. Ярлы Байгилденең ҡыҙы Емешкә үгәй әсә йортонда бик ҡыйын. Ауыр һынауҙарға ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡай үҙенең бәҫен һаҡлай белгән һәм яҡты, тәьҫирләнеүсән, ҡыҙыҡһыныусан бала булып ҡалған. Әҫәрҙә Емеш күҙлегенән һөйөү хистәре һәм социаль тетрәнеүҙәр менән тулы башҡорт ауылының тормошо сағылдырыла.
«Спектакль матур, һутлы телле, фольклор өлгөләренә бай», — тип билдәләнеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡуйыусы режиссер – Мәсәлим Күлбаев, ҡуйыусы рәссам — Юлиә Ғиләжева, хореограф — Рәмизә Мөхәмәтшина, музыкаль етәксе – Ришат Сәғитов. Емеш ролендә — Зарема Сәйетмәмәтова, Йәнеш – Элина Гусева, Бибеш – Светлана Бронникова, Иштуған – Илгиз Таһиров, Дмитрий Гусев.
http://www.bashinform.ru/news/1242918-v-ufe-natsionalnyy-molodezhnyy-teatr-postavil-dramu-zaynab-biishevoy-unizhennye/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика