12:24 (UTC+5), 22 Ноября 2018

«Мисс International — Ufa»: Өфөлә ҡыҙҙар тәүге тапҡыр донъяның 12 этносы менән таныштыра

Георгий Шишкин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ошо көндәрҙә Өфөлә «Мисс International — Ufa» этник-ара гүзәллек һәм һәләт конкурсы бара. Финал 27 ноябрҙә Конгресс-холда уҙа.
Конкурста 18-28 йәшлек ҡыҙҙар — Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре ҡатнаша. Бәйгенең үҙенсәлеге шунда: буй һәм параметрҙар мөһим түгел, ҡатнашыусыларҙың һәр береһе туған халҡы менән сағыу итеп таныштырырға тейеш. Финал алдынан «Башинформ» агентлығында матбуғат конференцияһы уҙҙы.
«Был — этник матурлыҡ конкурсы. Һәр ҡыҙ туған халҡы матур булыуҙан тыш аҡыллы икәнен, үҙен оҫта хужабикә итеп күрһәтергә теләй», — тип билдәләне Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов.
Конкурста ҡатнашыуға 57 ҡыҙ ғариза биргән. Уларҙың араһынан иң сағыу һәм һәләтле 12-һен һайлап алғандар. Бөтәһе лә Башҡортостанда йәшәй, ләкин күптәре Рәсәй төбәктәрендә, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе һәм алыҫ сит илдәрҙә тыуып үҫкән. Әйтәйек, араларында рус, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт ҡыҙҙары, Грузия, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Һиндостан, Нигерия, Мысыр вәкилдәре лә бар. Финалда ҡатнашыусылар концерт номерҙары менән сығыш яһай — ҡыҙҙар йырлай ҙа, бейей ҙә, ҡайһы берҙәре хатта скрипкала уйнай.
Матбуғат конференцияһына 12 һылыуҡай милли кейемдәрҙә килгән һәм үҙҙәре бешергән милли ризыҡтарын килтергән. Сәк-сәк, өсмөйөш, сыр бәлеше, хачапури, самса, хәлүә, бауырһаҡ, джолоф — йыйылыусылар ниндәй генә матур һәм тәмле бешерелгән тәм-томдан ауыҙ итмәне.
«Мисс International — Ufa» проекты һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағындағы Йәштәр советы етәксеһе Земфира Рәшитова сараны «Таврида» форумында алған 200 мең һумлыҡ грант аҡсаһына үткәрә.
«2017 йылда «Төркиҙәр алтыны» форумында шундай шәп дуҫлыҡ мөхитенә эләктем һәм республикабыҙҙа ҙур милләт-ара йәштәр сараһы булмауына үкенеп ҡуйҙым. Конкурстың идеяһы шулай килеп тыуҙы», — тине Земфира.
Жюриға сәнғәттең төрлө төрҙәре вәкилдәрен йәлеп иткәндәр. Баһалама ағзалары шоумен Селестин Жульен һәм алып барыусы Сиявуш Шерматзадэ әйтеүенсә, иң шәп ҡыҙҙарҙы һайлап алыуы ҡыйын булған.
«Мисс International — Ufa» продюсеры һәм хореографы Азалия Дилмөхәмәтова һүҙҙәренсә, төп маҡсат — милли мәҙәниәтте популярлаштырыу һәм бөтә ҡатнашыусыларҙы берләштереү.
Гран-при яулаған ҡыҙ сит илгә юллама, шулай уҡ алтын муйынса, «Дуҫлыҡ һылыуҡайы» милли кейем тектереү өсөн сертификат менән бүләкләнә. Приздар араһында ювелир биҙәүестәр ҙә бар.
Ойоштороусылар конкурс йолаға әүерелер тип ышана.
http://www.bashinform.ru/news/1241923-miss-international-ufa-v-ufe-vpervye-devushki-predstavyat-12-etnosov-mira/
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика