06:41 (UTC+5), 20 Ноябрь 2018

Өфөгә Камал исемендәге Татар театры гастролгә килә

Ғ.Камал исемендәге Татар театрының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөгә Ҡазандың Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры килә. Гастролдәр «Нур» театры сәхнәһендә 2019 йылдың 14 февраленән 20-һенә тиклем бара.
«Ике театрҙың алмаш гастролдәре изге йолаға әүерелде, — ти Камал театры директоры урынбаҫары Илшат Латипов. — Театрыбыҙ Өфөгә алты спектакль алып килә, улар араһында һуңғы ике йылдағы премьералар бар».
Гастролдәр афишаһына түбәндәге спектаклдәр ингән:
14 һәм 19 февралдә — А. Ғиләжевтың «Әтәс менгән ситәнгә»;
15 һәм 16 февралдә — Н.Иҫәнбәттең «Миркәй менән Айһылыу» ;
16 февралдә — С.Ғаффарованың «Килмешәк»;
16 һәм 17 февралдә — З.Хәкимдең «Килә яуа, килә яуа...»;
17 һәм 18 февралдә — Ғ.Исхаҡиҙың «Тормошмо был?» ;
20 февралдә — «Бейеү пәрейе», авторы һәм режиссеры И. Зәйниев.
Спектаклдәр тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — Ғ.Камал исемендәге Татар театры сайтында.
http://www.bashinform.ru/news/1240633-v-ufu-s-gastrolyami-priedet-tatarskiy-teatr-imeni-kamala-/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика