08:05 (UTC+5), 16 Ноябрь 2018

Өфөлә «Ural-Batуr» башҡорт рок музыкаһын һөйөүселәрҙе йыя

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Ural-Batуr» республика фестивале башҡорт рок музыкаһын һөйөүселәрҙе йыя. Фестиваль икенсе тапҡыр уҙғарыла һәм «Дәрүишхан» төркөмө етәксеһе Дим Ҡоләхмәтовҡа арнала.
23 ноябргә тиклем башҡорт телендә рок башҡарған музыканттарҙан һәм төркөмдәрҙән күрһәтмә эштәр ҡабул ителә. Икенсе этапҡа үткәндәр 13 декабрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда ике-өс әҫәр башҡара. Уларҙың сығышын Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәренән торған эксперт комиссияһы баһалай.
Музыка форумы 14 декабрҙә тамамлана, унда йомғаҡлау концерты була һәм иҫтәлекле сувенирҙар тапшырыла.
Ғаризаларҙы gukrcnt@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Телефон: 8 (347) 289-65-50 (факс).
«Ural-Batуr» башҡорт рок музыкаһы республика фестивале Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Проект һәләтле йырсыларҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү, уларҙың ижади ҡеүәтен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу, йәштәрҙә һәм үҫмерҙәрҙә башҡорт теленә, автор йырына ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү өсөн уҙғарыла.
Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәген, Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йорто.
http://www.bashinform.ru/news/1239068-v-ufe-festival-ural-batur-soberet-poklonnikov-bashkirskogo-roka/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика