10:12 (UTC+5), 12 Ноябрь 2018

Башҡорт драма театры актеры Хөрмәтулла Үтәшев – Ҡырғыҙстанда «Айытматов һәм театр» фестивале жюрийы

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев Ҡырғыҙстанда «Айытматов һәм театр» халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаша. Ул жюри итеп саҡырылған.
Яҙыусының 90 йыллығына арналған фестиваль 12-17 ноябрҙә Бешкәк ҡалаһы сәхнәләрендә уҙа. Ул өс йылға бер тапҡыр ойошторола һәм совет классигы, күренекле ҡырғыҙ прозаигы Сыңғыҙ Айытматовтың ижади мираҫын популярлаштырыуҙы, шулай уҡ хәҙерге иң яҡшы сәхнә әҫәрҙәре өлгөһөндә йәш быуын тамашасыларын тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Быйыл фестивалгә Рәсәй, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Азербайжан һәм Ҡарағалпаҡстандың театр эшмәкәрҙәре саҡырыу алған. Фестивалдә ҡатнашыусылар «Иң яҡшы спектакль», «Иң яҡшы режиссура», «Иң яҡшы ир-егет роле» кеүек номинацияларҙа көс һынаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сыңғыҙ Айытматовтың 90 йыллығы (1928 – 2008) донъяның төрлө илдәрендә киң билдәләнә, илебеҙҙәге күп кенә театрҙар уның китаптары буйынса спектаклдәр сәхнәләштерә.
http://www.bashinform.ru/news/1237101-akter-bashdramy-khurmatulla-utyashev-chlen-zhyuri-festivalya-aytmatov-i-teatr-v-kirgizii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика