16:55 (UTC+5), 09 Ноябрь 2018

Санкт-Петербургта Халыҡ-ара мәҙәниәт форумында Башҡортостан менән таныштырыу сараһы була

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 14-17 ноябрҙә Санкт-Петербургта VII Халыҡ-ара мәҙәниәт форумы уҙа. Уның барышында Башҡортостан Республикаһы һәм күләмле мәҙәни ваҡиға — VI Бөтә донъя фольклориадаһы менән таныштырыу сараһы ойошторола.
Форумда халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Линар Дәүләтбаев етәкселегендә республиканың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры сығыш яһай.
Филармонияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, оркестр башҡорт халыҡ көйө «Урал» менән асылған үҙенсәлекле, заманса милли программа тәҡдим итә. Оркестр менән бергә Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары — халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаттары Марсель Ҡотоев (вокал) һәм Евгений Чугаев (Думбыра) сығыш яһай.
Башҡортостан Республикаһының презентацияһы 15 ноябрҙә киске сәғәт 6-ла Эрмитаждың Төп штабында уҙа.
Проекттың маҡсаты — форум ҡунаҡтарын илдең алдынғы төбәктәренең береһе менән таныштырыу, республика имиджын халыҡ-ара саралар үткәреү өсөн ҙур мәҙәни һәм инфраструктура ҡеүәтенә эйә субъект булараҡ нығытыу.
http://www.bashinform.ru/news/1236316-na-mezhdunarodnom-kulturnom-forume-v-sankt-peterburge-sostoitsya-prezentatsiya-bashkortostana/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика