08:32 (UTC+5), 08 Ноября 2018

Башҡорт драма театры спектакле – Ҡаҙағстан һәм Азия илдәренең театр фестивале еңеүселәренең береһе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Эҙләнем, бәғерем, һине...» спектакле VІІ Халыҡ-ара Ҡаҙағстан һәм Үҙәк Азия илдәренең театр фестивалендә икенсе урынды алды. Театрыбыҙҙың сәхнә әҫәре «Иң яҡшы актерҙар ансамбле» номинацияһында дипломға лайыҡ булды һәм миллион тәңкәлек сертификат менән бүләкләнде.
30 октябрҙән 6 ноябргә тиклем Ҡаҙағстан Республикаһының Талдыкурган ҡалаһында VІІ Халыҡ-ара Ҡаҙағстан һәм Үҙәк Азия илдәренең театр фестивале уҙҙы. Фестиваль Астана ҡалаһының 20 йыллығына һәм ҡаҙаҡ халҡының билдәле сәнғәт эшмәкәре Тимербәк Жургеновтың 120 йыллығына арналды. Театр форумында Үҙәк Азия илдәре, Рәсәй һәм Европаның театр коллективтары ҡатнашты.
Башҡорт театры 2 ноябрҙә Б.Римов исемендәге драма театрында Туфан Миңнуллиндың пьесаһы буйынса Азат Нәҙерғолов ҡуйған «Эҙләнем, бәғерем, һине...» спектакле менән сығыш яһаны. Спектакль, атап әйткәндә, актерҙар Фирғәт Ғарипов һәм Гөлмирә Исмәғилеваның уйнауы юғары баһаға лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1235459-spektakl-bashdramy-odin-iz-pobediteley-teatralnogo-festivalya-stran-azii-i-kazakhstana/
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика