04:50 (UTC+5), 08 Ноябрь 2018

Ҡазанда Рудольф Нуриевҡа һәйкәл астылар

Ҡазан ҡалаһы хакимиәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 7 ноябрҙә М. Жәлил исемендәге Ҡазан опера һәм балет театры эргәһендәге скверҙа күренекле бейеүсе һәм балетмейстер Рудольф Нуриевҡа рәсми рәүештә һәйкәл астылар. Ошо хаҡта Татарстандың баш ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында хәбәр ителә. Тантанала скульптура авторы Зураб Церетели ла булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың баш ҡалаһында ла ижад юлын нәҡ Өфөлә башлаған бөйөк яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү планлаштырыла. «Рудольф Нуриевҡа һәйкәл эшләү һәм ҡуйыу» объекты буйынса инженер эштәрен башҡарыуға электрон аукцион иғлан ителгән. Һәйкәлде Зәки Вәлиди урамындағы 42-се йорт – Социнвестбанк бинаһы янында ҡуйыу күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1235432-pamyatnik-rudolfu-nureevu-ofitsialno-otkryli-v-kazani/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика