08:30 (UTC+5), 02 Ноября 2018

Илдар Абдразаҡов «Аттила» операһы өсөн видеоматериал төшөрөүҙә ҡатнашты

https://vk.com/ildar_abdrazakov_bass
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Илдар Абдразаҡов «Аттила» операһы өсөн видеоматериал төшөрөүҙә ҡатнашты. Ул Италияла Миландан алыҫ түгел ерҙә уҙҙы, тип хәбәр ителә йырсының рәсми сәхифәһендә.
Канаданан ҡайтҡас уҡ Илдар яңы опера проектына сумды. Канадала йырсының соло концерты уңышлы үтте һәм ул аудиодиск яҙҙырҙы. Миландың Ла Скала легендар театры 2018/2019 миҙгелен декабрҙә Вердиҙың ошо әҫәре буйынса спектакль менән аса. Илдар Абдразаҡов төп ролдә сығыш яһай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Аттила» операһы киләһе йыл Башҡорт опера һәм балет театры репертуарында ла барлыҡҡа килә. Уны 2019 йылдың апрелендә ҡуйыу күҙаллана. Был спектакль Илдар Абдразаҡовтың режиссерлыҡ дебюты була. Йырсы шулай уҡ спектаклдә үҙе төп партияны башҡара.
«Аттила» операһы – өс өлөштән торған патриотик опера. Нигеҙендә – Германия драматургы Захариас Вернерҙың «Аттила, гундар короле» пьесаһы буйынса Адриатик диңгеҙе ярында йәшәүсе халыҡтарҙың илбаҫарҙар менән көрәше. Операны 1846 йылда Джузеппе Верди яҙған.
http://www.bashinform.ru/news/1233291-ildar-abdrazakov-prinyal-uchastie-v-semkakh-dlya-postanovki-opery-attila/
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика