17:25 (UTC+5), 02 Ноября 2018

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Ҙур этнографик диктантта үҙенең белемен тикшерҙе

Башҡортсотан Милли китапханаһының матбуғат хеҙмәте
Башҡортсотан Милли китапханаһының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана республикала этнографик диктант ойошторолған 30 майҙансыҡтың береһе булды. Үҙҙәренең этнографик белем кимәлен баһалау, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар тураһында белемен тикшереү өсөн китапханаға төрлө йәштәге 61 кеше килде.
Этнодиктантта Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ҡатнашты.
«Күп милләтле республикала тыуғас һәм йәшәгәс, халҡыңдың тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡларға кәрәк. Башҡа халыҡтарҙың тарихын һәм мәҙәниәтен хөрмәт итеү тағы ла ҙурыраҡ әһәмиәткә эйә. Күп милләтле рухи мираҫты белеү тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлауҙың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора, — тине министр. — Мин был акцияла, беренсенән, үҙемдең белемемде тикшереү, икенсенән, барыһын да диктант яҙырға саҡырыу өсөн ҡатнашырға булдым, сөнки өлгө күрһәтеү бик мөһим».
Диктанттың эштәре 20 дөйөм һәм һәр субъект өсөн үҙенсәлекле 10 төбәк һорауынан торҙо. Уларға яуап биреү өсөн 45 минут ваҡыт бирелде. Барлыҡ эштәрҙе үтәгән өсөн балдарҙың максималь суммаһы — 100.
Рәсәйҙә күләмле акция өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Былтыр Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә 2600 майҙансыҡта 367 мең кеше диктант яҙҙы.
1 из 6
http://www.bashinform.ru/news/1233374-ministr-kultury-bashkirii-proverila-svoi-znaniya-na-bolshom-etnograficheskom-diktante/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика