05:15 (UTC+5), 02 Ноября 2018

Башҡортостан театрҙарының бер нисә спектакле «Алтын битлек» исемлегенә ингән

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Алтын битлек» милли театр премияһының рәсми сайтында 2017-2018 миҙгелдә иң билдәле спектаклдәрҙең исемлеге баҫылып сыҡты. Һайлап алыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостандағы бер нисә театрҙың спектаклдәре исемлеккә индерелгән.
Башҡорт опера һәм балет театры ике спектакль – Н. Римский-Корсаковтың «Батша кәләше» һәм Й. Гайдндың «Айлы донъя» опералары менән инде.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Рус драма театры - «Ганди шәмбе һайын һөйләшмәне» спектакле менән.
Салауат ҡалаһының Башҡорт драма театры «Глумов» спектакле менән.
2017 йылдың октябренән 2018 йылдың 30 октябренә ҡәҙәр фестиваль белгестәре конкурста ҡатнашыуға ғариза ебәргән бөтә Рәсәй театрҙарының миҙгел премьераларын ҡараны. Ошо ваҡыт эсендә музыкаль театр белгестәре Санкт-Петербургтан Анадырға тиклем Рәсәйҙең 38 ҡалаһынан 302 спектакль видеояҙмаһын һәм үҙен ҡарап сыҡты.
Исемлек менән «Алтын битлек» сайтында танышырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле премияға алты номинацияла тәҡдим ителгән.
http://www.bashinform.ru/news/1233128-neskolko-spektakley-teatrov-bashkirii-voshli-v-long-list-zolotoy-maski/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика