11:00 (UTC+5), 02 Ноября 2018

Баш ҡалала Нияз Мәжитов иҫтәлегенә Халыҡ-ара ғилми симпозиум уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Евразияның боронғо һәм урта быуат йәмғиәттәре: мәҙәниәттәр киҫелеше» халыҡ-ара ғилми симпозиумы ойошторола. Күренекле ғалим-археолог, академик, тарих фәндәре докторы Нияз Мәжитовтың иҫтәлегенә арналған форум 6-7 декабрҙә Башҡорт дәүләт университетында уҙа.
Ғилми симпозиум барышында ғалимдың ижади мираҫы тураһында документаль фильм күрһәтеү, археология һәм фото-күргәҙмәләр эшен ойоштороу ҡаралған. Пленар бүлектә үҙебеҙҙең һәм сит илдәрҙең билдәле археологтары доклад менән сығыш яһай.
Симпозиум программаһына Н.А.Мәжитовтың Башҡортостанда археологияны үҫтереүҙәге ролен анализлауға, уның республикала социаль-гуманитар фәнде ойоштороуға индергән өлөшөнә, ғалимдың ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеген аңлауға арналған Мәжитов уҡыуҙары ингән.
Секция ултырыштары түбәндәге йүнәлештәр буйынса уҙа:
— Боронғо заманда һәм урта быуаттарҙа Евразия мәҙәниәттәренең үҙ-ара эш итеүе;
— урта быуат ҡаласығы археологияһы;
— башҡорт халҡының этник тарихы.
Симпозиум эше барышында «Өфө-II ҡаласығы: федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын (һәйкәлен) фәнни өйрәнеү һәм популярлаштырыу» түңәрәк өҫтәле, Өфө-II ҡаласығы тураһында фотоальбом һәм документаль фильм менән таныштырыу күҙаллана. Симпозиум эштәре йыйынтыҡ итеп сығарыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың сентябрендә Өфөлә тәүге тапҡыр танылған ғалимдың иҫтәлегенә бағышланған «Боронғо Өфө» тарихи фестивале уҙҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1233320-v-ufe-proydet-mezhdunarodnyy-nauchnyy-simpozium-pamyati-niyaza-mazhitova/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика