05:10 (UTC+5), 01 Ноября 2018

Башҡорт театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле «Алтын битлек»кә тәҡдим ителгән

Роман Шумнов
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле 2017-2018 йылдар миҙгелендә «Алтын битлек»кә алты номинацияла тәҡдим ителгән.
1. Драма /Ҙур формалы спектакль
2. Драма /Режиссер эше (Айрат Абушахманов)
3. Драма /Ҡатын-ҡыҙ роле (Римма Ҡаһарманова)
4. Драма /Рәссам эше (Альберт Нестеров)
5. Драма /Костюм буйынса рәссам эше (Альберт Нестеров)
6. Драма /Яҡтыртыу буйынса рәссам эше (Илшат Саяхов).
Спектаклдең премьераһы 2017 йылдың ноябрендә булды. Гүзәл Яхинаның бестселлеры буйынса спектаклде режиссер Айрат Абушахманов сәхнәләштергән. Инсценировканы күренекле Рәсәй драматургы Ярослава Пулинович яҙған. Башҡорт теленә пьесаны Хөрмәтулла Үтәшев тәржемә иткән. Спектаклгә костюмдар, декорациялар эскиздарын әҙерләү менән театрҙың баш рәссамы Альберт Нестеров шөғөлләнгән. Спектаклдә композитор Илшат Яхин яҙған йырҙар һәм музыка яңғырай. Пластик хәрәкәттәрҙе Ринат Абушахманов ҡуйған.
http://www.bashinform.ru/news/1232426-spektakl-bashkirskogo-teatra-zuleykha-otkryvaet-glaza-nominirovan-na-zolotuyu-masku/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика