Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.02
-0.57
93.25
-0.08
67.96
+2.11
10+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Октябрь 2018, 15:50
Башҡортостанда кинематографияға дәүләт ярҙамы тураһындағы закон үҙгәртелде
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында кинематографияға дәүләт ярҙамы тураһында»ғы үҙгәртелгән законды ҡабул итте.
Төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, етештереүҙе, прокатты һәм күрһәтеүҙе өлөшләтә финанслау формаһында дәүләт ярҙамы федераль ҡануниәт менән билдәләнгән милли фильмдарға ҡарата күрһәтелә.
«Шулай уҡ республика прокат танытмаларын биреү буйынса республиканың власть органдары вәкәләттәре үҙ көсөн юғалтты тип танылды. Ул фильмға прокат таныҡлығын биреү, биреүҙә баш тартыу һәм тартып алыу тәртибен көйләүсе федераль норматив хоҡуҡи акттар менән законды яраштырыу өсөн кәрәк. Федераль ҡануниәт тарафынан төбәк прокат таныҡлығын биреү ҡаралмаған», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе.
http://www.bashinform.ru/news/1232201-v-bashkirii-izmenen-zakon-o-gospodderzhke-kinematografii/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
башҡортостан дәүләт йыйылышы
кинематограф
дәүләт ярҙамы
Читайте нас: