Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Октябрь 2018, 13:30

Ҡаҙағстанда башҡорт яҙыусыһының китабы буйынса нәфис фильм төшөрәләр

Илүзә Слетнёва һәм социаль селтәрҙәр
Илүзә Слетнёва һәм социаль селтәрҙәр
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡаҙағстанда башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы буйынса фильм төшөрәләр. Яҙыусының М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында уҙған ижад кисәһендә ҡаҙаҡ шағиры Саят Камшыгер ошо хаҡта белдерҙе.
«Был ҡаҙаҡ телеканалында тулы метражлы нәфис фильм була. Әлегә идея бар. Режиссер Азамат Кенесулы фильмды төшөрөү өсөн Башҡортостанға килергә йыйына. Ләкин фильмда ҡаҙаҡ актерҙары ҡатнаша, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына ҡаҙаҡ әҙибе. — Беҙҙең эстрада-цирк сәнғәте колледждында ла Айгиздең әлеге китабы буйынса спектакль әҙерләйҙәр».
Саят Камшыгер башҡорт ҡәләмдәше өсөн ҡаҙаҡса йырлап ишеттерҙе.
Саят Камшыгер — ҡаҙаҡ шағиры, Ҡаҙағстандың «Серпер» йәштәр премияһы лауреаты, «Молдер булак» журналының баш мөхәррире. Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабын ҡаҙаҡ теленә тәржемә иткән. Ҡаҙағстанда китап уҡыусыларҙың ҙур баһаһына лайыҡ булды һәм «бестселлер» билдәһе менән баҫылып сыҡты.
Айгиз Баймөхәмәтов бик иртә атай-әсәйһеҙ ҡалған һәм балалар йортонда үҫкән. Һуңғараҡ ауыр бала саҡ йылдары хәтирәләре нигеҙендә ул «Ҡалдырма, әсәй!» тигән тәүге автобиографик повесын яҙҙы. Китап республикала киң резонанс алды һәм иң күп тиражлы заманса башҡорт китабы тип танылды. Рус, татар, ҡаҙаҡ, сыуаш, бүрәт, азербайжан телдәренә тәржемә ителде.
М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында һәм Х.Намсараев исемендәге Бүрәт драма театрында повесть буйынса «Хыялға ҡаршы» спектаклдәрен ҡуйҙылар. Яҙыусы Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Шолохов исемендәге халыҡ-ара миҙалға лайыҡ булды.
Быйыл авторҙың төрлө республикаларҙа биш китабы донъя күрҙе. Ошо көндәрҙә уның Өфөлә «Урам балалары» китабы баҫылып сыҡты. Рус теленә Зөһрә Бураҡаева тәржемәләгән.
Айгиз Баймөхәмәтовтың ижад кисәһенә Татарстан ҡунағы — яҙыусы, «Казан утлары» журналының баш мөхәррире Рөстәм Ғәлиуллин да килгәйне. Журналдың яңы һанында Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәре баҫылған, тип хәбәр итте ул.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы Айгиз Баймөхәмәтовҡа уның китаптарының бүләк баҫмаһын тапшырҙы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай сәхнәнән йәш ҡәләмдәшенә арналған «Ил улы» шиғырын уҡып ишеттерҙе. Яҙыусыны Белорет районынан килгән яҡташтары, Башҡорт драма театры коллективы, сыуаш һәм бүрәт дуҫтары, шағир-йырсы Рәмил Сурағол, бейеүсе һәм хореограф Риф Ғәбитов, йырсылар Роза Аккучукова, Әлфиә Юлсурина, Дамира Сәйетова, Айтуған Ғәйзуллин ҡотланы.
Мәрхүм летчик-штурмовик, авиация полковнигы, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповтың улы Айгиз Баймөхәмәтовҡа (яҙыусы уның менән дуҫ ине) атаһының хәрби формаһын бүләк итте.
http://www.bashinform.ru/news/1231469-po-knige-bashkirskogo-pisatelya-v-kazakhstane-snimut-khudozhestvennyy-film/
Читайте нас: