09:25 (UTC+5), 30 Октября 2018

Республикала йәшәүселәрҙе «Быуаттар аша көмөш тәңкәләр сыңы» фотопроектында ҡатнашырға саҡыралар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Быуаттар аша көмөш тәңкәләр сыңы» фотопроектында ҡатнашырға саҡыралар. Ҡатнашыу өсөн өләсәй-олатайҙарығыҙҙың йәки башҡа туғандарығыҙҙың милли кейемдә төшкән элекке фотолары булырға тейеш.
Проектты ойоштороусылар уларҙыҡына оҡшаш костюмдар табырға һәм проектта ҡатнашыусылар өсөн фотосессия үткәрергә вәғәҙәләй. Фотоларҙы унда һүрәтләнгән кешеләр тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән Башҡортостандың Милли китапханаһындағы күргәҙмәгә ҡуйыу күҙаллана.
«Беҙҙең өсөн быуындар бәйләнешенең булыуы мөһим, кешеләр ғаилә альбомдарына күҙ һалһын ине, — ти проекттың идея авторы — Милли китапхана директоры Айгөл Моратова. — Беҙҙә бер нисә фотоһүрәт бар. Үҙемдең альбомымда ла әсәйем яғынан өләсәйемдең, математика уҡытыусыһы Шәкүрова Хәбирә Миңғәзиз ҡыҙының фотоһы һаҡланған. Ул 1917 йылда тыуған, 2006 йылда, 89 йәшендә арабыҙҙан китте. Өс ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергән, туғыҙ ейән-ейәнсәре бар. Әҙәбиәт институтына уҡырға инеүем менән уға рәхмәтлемен. Беренсе фотола — нәнәйем, икенсеһендә мин».
Проекттың исемен Зөһрә Бураҡаева уйлап тапҡан. Күргәҙмә өсөн 20-гә яҡын герой йыйыу күҙаллана. Фотоһүрәттәр һәм ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр яҙылған хаттарҙы «Быуаттар аша көмөш тәңкәләр сыңы» фотопроекты» тигән билдә менән bashnl@bashnl.ru почтаһына ебәрергә мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1231320-zhiteley-bashkirii-priglashayut-prinyat-uchastie-v-fotoproekte-zvon-vekovoy-serebryanykh-monet/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика